Республика Хөкүмәтенең 12 апрелдәге бойороғо менән 2021 йылда дәүләт субсидияһы алыу конкурсында еңеп сыҡҡан ойошмалар исемлеге раҫланған. Улар аҡсаны мәҙәниәт һәм сәнғәт, милли, дәүләт-конфессия, ижтимағи-сәйәси өлкәләрҙәге йәмғиәткә файҙалы программаларҙы тормошҡа ашырыуға тотонорға тейеш. Ойошмаларға бөтәһе 20 миллион һум аҡса таратыла.
Мәҫәлән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына – 14 млн һум самаһы, Яҙыусылар берлегенә – 2 млн, БР Халыҡтары ассамблеяһына — 1 млн, Композиторҙар берлегенә — 700 мең, Рустар соборына һәм Татарҙарҙың милли- автономияһына — 600-әр мең, Кинематографистар берлегенә — 500 мең, Рәссамдарҙың ижади берлегенә — 350 мең, Рәсәй хәрби тарихы йәмғиәтенә — 200 мең, «Духовное благолепие» дини-ағартыу үҙәгенә — 200 мең, Сыуаш мәҙәниәте йәмғиәтенә 100 мең һум тейгән.