-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Апрель 2021, 11:06

АҒИҘЕЛДӘР БАШҠОРТ ТАРИХЫ ЙЫЛЫН АСТЫ

13 апрелдә «Мәҙәниәт» милли проектының «Мәҙәни ял» проекты сиктәрендә Ағиҙел ҡалаһының «Ағиҙел» ял үҙәгендә Башҡорт тарихы йылын асыуға арналған кисә булған.

13 апрелдә «Мәҙәниәт» милли проектының «Мәҙәни ял» проекты сиктәрендә Ағиҙел ҡалаһының «Ағиҙел» ял үҙәгендә Башҡорт тарихы йылын асыуға арналған кисә булған.
Программаға һәүәҫкәр артистарҙың сығыштары, милли кәсептәр күргәҙмәһе ингән. Юлай Ғәлиуллин башҡорт уҡ-һаҙағын ҡулланыу буйынса оҫталыҡ күнекмәләре үткәргән. Теләгән берәү көсөн, таҫыллығын һынап ҡараған. Башҡорт тарихы йылын асыу тантанаһында башҡорт ҡәбиләләре белгесе, тарихсы Салауат Хәмиҙуллин сығыш яһаған.
Был хаҡта Ағиҙел ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенән хәбәр иттеләр.
Читайте нас в