+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Апрель 2021, 10:46

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ӨСӨН БЕРҘӘМ КАРЬЕРА ҮҘӘГЕ АСЫУ МӘСЬӘЛӘҺЕ ҠАРАЛА

Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән «Ауыл сәғәте»ндә ауыл хужалығы кадрҙары мәсьәләһе ҡаралып, Берҙәм карьера үҙәге ойоштороу фекере әйтелгән. Ошо үҙәк ярҙамында өлкән курс студенттары ҡулдарына диплом алмаҫ элек үк эш биреүселәр менән хеҙмәт договорҙары төҙөй алыр ине.

Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән «Ауыл сәғәте»ндә ауыл хужалығы кадрҙары мәсьәләһе ҡаралып, Берҙәм карьера үҙәге ойоштороу фекере әйтелгән. Ошо үҙәк ярҙамында өлкән курс студенттары ҡулдарына диплом алмаҫ элек үк эш биреүселәр менән хеҙмәт договорҙары төҙөй алыр ине.

«Беҙҙең дәррәү үҫеш кисергән предприятиеға быйыл уҡ 200 юғары класлы белгес – инженерҙар, механизаторҙар, ветеринарҙар, генетиктар кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйылғы сығарылышты беҙ әҙер хеҙмәткәр тип түгел, ә кадрҙар ресурсы тип ҡарайбыҙ. Артабан беҙгә уларҙы ҡайтанан әҙерләргә, заманса сит ил ҡорамалында эшләү күнекмәләренә өйрәтергә тура киләсәк», – тигән «Башҡортостан ит компанияһы» («Таврос» компаниялар төркөмөнә инә) генераль директоры Ринат Зәйнуллин.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, «Таврос» компанияһы Бәләбәй районында 1000 эш урынлы ҡеүәтле агрохолдинг төҙөй, шуға урындағы колледждарҙа уның өсөн кадрҙар әҙерләү мәсьәләһен хәл итеү мөһим.

Башҡортостан Башлығы БР Мәғариф һәм фән министрлығы менән Ауыл хужалығы министрлығына һәм Башҡорт дәүләт аграр университетына студенттарҙың производство практикаһын, уҡытыусыларҙың стажировкаһын профилле предприятиеларҙа үткәреүҙе, БДМУ-лағы кеүек бюджет урындарында маҡсатлы уҡытыуҙы ойошторорға ҡушҡан.

Был программа буйынса вуз тамамлаусы йүнәлтмә менән барған урында өс-биш йыл эшләргә тейеш, юғиһә уны уҡытырға киткән аҡсаны кире ҡайтарырға кәрәк була.

Фото: Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәте.

Читайте нас: