+21 °С
Болотло
Буласаҡ төҙөлөшкә арнап, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 10 апрелдә республика Хөкүмәте ағзалары, архитекторҙар, проектлаусылар менән кәңәшмә үткәргәйне. Комплексты Ағиҙел буйында, элекке Киров исемендәге завод урынында төҙөргә ҡарар иткәндәр.
5 гектар ерҙе биләйәсәк комплекс уҡыу йорттарынан, технополистан, студенттар һәм спорт үҙәктәренән, студенттар, уҡытыусылар, йәш ғалимдар өсөн ятаҡтарҙан торасаҡ. Корпустарҙы бер-береһе менән йәйәүлеләр һәм велосипедсылар өсөн юлдар тоташтырасаҡ, йәнә Ағиҙел буйына төшөү урыны буласаҡ.
Кампус Башҡортостанда ойошторолоусы Евразия фән-белем биреү үҙәгенә инәсәк.