+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Апрель 2021, 15:02

СИБАЙҘА ТУҠЫУСЫЛЫҠ БУЙЫНСА БЕРЕНСЕ ФОРУМ ҮТТЕ

Сибайҙа Туҡыусылыҡ буйынса халыҡ оҫталарының беренсе форумы үткән. Ул быйыл буласаҡ Бөтә донъя Фольклориадаһына арналған.

Сибайҙа Туҡыусылыҡ буйынса халыҡ оҫталарының беренсе форумы үткән. Ул быйыл буласаҡ Бөтә донъя Фольклориадаһына арналған.

Сибай, Бөрө, Салауат, Мәләүез ҡалаларынан, Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Әбйәлил, Ейәнсура, Йылайыр, Баймаҡ райондарынан ҡул эше оҫталары, уҡытыусылар, ауыл мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәре К. Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжына йыйылған. Бөтәһе 45 оҫта ҡатнашҡан, тәжрибә уртаҡлашҡан, оҫталыҡ дәрестәре үткәргән.

Республика халыҡ ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, форум сиктәрендә ҡулдан туҡылған һәм һуғылған материалдар, туҡыу станоктары, сувенир әйберҙәр эскиздары күргәҙмәһе ойошторолған. Буй балаҫ һуғыу, өҫтәл һәм ике аяҡлы станоктарҙы тиҙ күҙләү буйынса ярыштар үткәрелгән. Оҫталар вертикаль-горизонталь рамлы станокта шәл бәйләп күрһәткән; биҙәкле балаҫ һуғырға, станокта эшләргә өйрәткән.

Форумда ҡатнашыусылар, ҡул эштәрен үҫтереү һәм таратыу буйынса тәҡдимдәрен индереп, резолюция ҡабул иткән.

Читайте нас: