+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Апрель 2021, 14:54

ҒАЛИМДАР ҠУЖАН ҠАРАҒАСТАРЫН ТЕРГЕҘЕРГӘ ЙЫЙЫНА

Былтыр яуыз ҡулдарҙан зыян күргән уникаль Ҡужан ҡарағастары береһе лә аумай ғына ҡышлаған. Былтыр Әбйәлил районы Ҡужан ауылы эргәһендәге был 11 ҡарағастарҙың бөтәһен дә кемдер ҡапыл аумаҫлыҡ итеп кенә бысып сыҡҡаны асыҡланғайны. Уны кешеләр баҡса ыуары менән һылап, аумаһын өсөн таяуҙар менән терәтеп ҡуйғайны.

Шунан бирле йәмәғәтселек, ғалимдар уларҙы нисек һаҡлап ҡалыу тураһында баш вата. Ғалимдар бер алымды тәҡдим итә һәм, “Башинформ” хәбәр итеүенсә, уны тормошҡа ашырыуға 650 мең һум аҡса йыя.

РФА Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Биология институты директоры, биология фәндәре докторы Василий Мартыненко, тергеҙеүгә өмөт ҙур булмаһа ла, ағастарҙы ҡотҡарырға тырышырға кәрәк, ти. Тиҙҙән бөрөләр күренһә, ағастарҙың хәл-торошона бер аҙ асыҡлыҡ инер, моғайын. Ғалимдар төркөмө башҡа ябай ҡарағайҙарҙың туҡымаларын яралы ҡарағайҙарға трансплантациялап ҡарарға йыйына.

Уралда өлпәк ҡарағайҙар ни бары 20 генә, шуның 11-е – Ҡужан эргәһендә. Улар мутация һөҙөмтәһе булып тора. Ошо мутация арҡаһында ул бер түгел, әллә нисә осло булып үҫкән һәм шуға сатыры шар рәүешен алған.

Артабан ғалимдар ағастарҙы ашлаясаҡ, ҡарағас көйәһенән эшкәртәсәк. Был ҡоротҡос ағастың орлоҡланыуына аяҡ сала, сөнки орлоҡҡа йомортҡа һалып, уны эштән сығара. Ғалимдар ҡарағастарҙың орлоҡ биреренә ныҡ өмөтләнә.

Василий Мартыненко ғалимдарҙың түләүһеҙ эшләйәсәген белдерә. Тик уларҙың юлына, туҡланыуына, торлағына, махсус техника арендалауға, бензинға, электрға, химикаттарға һәм препараттарға аҡса кәрәк буласаҡ. Экология министрлығының сығымдар статьяларында ағасты тергеҙеү ҡаралмаған, шуға уның финанслау мөмкинлеге юҡ, ти ғалим.

Читайте нас: