+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Апрель 2021, 23:20

ДҮРТӨЙЛӨЛӘ КЕСКӘЙҘӘРГӘ ЯҢЫ БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ ТӨҘӨЛДӨ

Дүртөйлө ҡалаһында «Демография» милли проекты ярҙамында өс ҡатлы яңы балалар баҡсаһы төҙөлдө.

Дүртөйлө ҡалаһында «Демография» милли проекты ярҙамында өс ҡатлы яңы балалар баҡсаһы төҙөлдө.

Әле унда биҙәү эштәре тамамланған. Ихатаға ҡомлоҡтар, бәүелсәктәр, таусыҡтар, күләгә яһаусы япмалар ҡоролған. Бөтә кәрәкле ҡорамалдар, йыһаздар килтерелгән. Коммуникациялар тоташтырылған.

Баҡсаға «Баласаҡ иле» тигән исем бирелгән. Балалар баҡсаһының мөдире Изольда Апҡадирова учреждениены һәр береһенең үҙ холҡо, үҙ ҡыҙыҡһыныуҙары булған, әммә дуҫлыҡ берләштергән кескәй граждандар иле тип атай.

Яңы баҡса асылғас, Дүртөйлөлә мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеларына ҡытлыҡ кәмейәсәк, өҫтәүенә, халыҡҡа яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк.

Читайте нас: