...Ай уртаһында Апрель менән Июнь осрашҡан.
– Һин бында ҡайҙан килеп индең? – тигән Апрель.
– Бер ҡайҙан да килеп кермәнем, – тигән Июнь. – Үтеп бара инем, бик матур бер ерҙе күреп ҡалдым. Ағастары япраҡ яра алмай, сөнки йылы етмәй. Ерҙәре туң, шуға һыу ташыуы көсәйгән.
– Уныһында һинең эшең булмаһын, – тигән Апрель. – Мин үҙем йылытам, үҙем иретәм, үҙем ағыҙам.
– Бәлки, минең ярҙамым кәрәгер, – тигән Июнь. – Кешеләрең өшөп йөрөйҙөр.
– Өшөмәҫ, – тигән Апрель, – сөнки өйҙәрен ҡыш көнгө һымаҡ итеп йылыталар. Тағы һин эҫертеп ебәрһәң... Бында йылы өсөн аҡса һораусылар һинән башҡа ла етерлек.
Июнь бер аҙ ҡарап торған да:
– Бөгөн йылыға түҙә алмайһың, ана, төньяҡтан һыуыҡ елдәр килә, мине эҙләп йөрөрһөгөҙ әле, – тигән.
Апрель тағы бер аҙ уйлап торған да:
– Июнь ҡәрҙәш, һин үҙеңдең йәйеңә ҡайт, ә мин үҙемдең яҙымда ҡалайым, сөнки бында халыҡ түҙемле, сыҙамлы. Уларҙан барыбер йылытҡан өсөн дә, һыуытҡан өсөн дә аҡса аласаҡтар.
Июнгә өндәшмәй генә үҙенең йәйен эҙләп китергә тура килгән. Ә Апрель:
– Оҡшаймы-оҡшамаймы, ҡыш буйы яуған ҡарҙы иретәм, ҡыштан ҡалған бысраҡты таҙартам, тик хеҙмәтемдән ҡәнәғәт ҡалығыҙ, рәхмәтегеҙҙе онотмағыҙ, – тигән.
Шулай итеп, апрель уртаһында июндең килеп инеүен дә күрергә яҙған икән.