Республика Башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ултырышта мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, эш менән тәьмин итеү һәм социаль яҡлау өлкәләрендә дәүләт хеҙмәттәре сифатын яҡшыртыу темалары ҡаралған. Милли социаль инициативалар сиктәрендә саралар комплексы эшләйәсәктәр, уны Президент ҡушыуы буйынса Стратегик инициативалар агетлығы тормошҡа ашырасаҡ.
Владимир Путин Милли социаль инициатива проектының алты төбәктә – Башҡортостанда, Калининград, Кемерово, Түбәнге Новгород, Новгород һәм Сахалин өлкәләрендә – һынау үтеүе тураһында һөйләгән. Проектта ҡатнашыусылар теге йәки был тормош ситуацияларын, мәҫәлән, баланы баҡсаға йә мәктәпкә биреү, поликлиникала медицина ярҙамы алыу, инвалидлыҡты рәсмиләштереү, эш эҙләү, мәшғүллек үҙәге аша квалификацияны арттырыу кеүек хәлдәрҙе, ентекләп өйрәнгән. Владимир Путин был сараның ҙур әһәмиәтен, милли үҫеш маҡсаттарына өлгәшеү өсөн айырата мөһим ҡоралға әйләнергә тейешлеген билдәләгән. Табиптарҙың йә социаль учреждениелар хеҙмәткәрҙәренең ҡағыҙ эшенә сумып ултырыуын миҫалға килтергән. Белгестәр кешене ҡабул иткәндә ҡағыҙ менән түгел, кеше менән эш итергә тейеш, тигән.
Дәүләт Советы ултырышында «Вера» хоспистарға ярҙам итеү фонды ойоштороусыһы Нюта Федермессер төбәктәрҙә сикләнгән мөмкинлекле кешеләргә уңайлы шарттар булдырыу инициативалары тураһында һөйләгән. Башҡортостанда Президент гранттары фонды һәм «Рәсәй вертолёттары» холдингы «Боҙлоҡ дәүеренә сәйәхәт: бөтәһе өсөн маршрут» тигән проектты тормошҡа ашыра. Ул Аҫҡын боҙло мәмерйәһенә инклюзив туристик маршрут булдырыуҙы күҙҙә тота. Был сара инвалидтарға кеше араһында сығыуҙы, аралашыуҙы, социаль-мәҙәни тормошҡа ылығыуҙы тәьмин итәсәк.
Аҫҡын боҙло мәмерйәһе Архангел районында урынлашҡан. Ул республика әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора. Европала боҙлоҡ дәүере боҙо һаҡланған берҙән-бер мәмерйә.
Ростуризмдың эске һәм ситтән килеүселәр туризмын үҫтереүгә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән гранттар конкурсында Аҫҡын мәмерйәһен хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән һәм инвалид граждандарға инеү өсөн яраҡлаштырыу проекты еңгәйне. Аҫҡын мәмерйәһе республикала инвалидтар килә алған беренсе тәбиғәт объекты буласаҡ. Эште быйыл июндә башларға план ҡоролған.