+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Апрель 2021, 10:09

УРМАНДАР ЯНА ЛА БАШЛАҒАН

Башҡортостанда урмандарҙа янғын хәүефе миҙгеле индерелеүҙең беренсе көнөндә үк янғындар теркәлгән. Урман хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, Учалы районында 3 гектарҙа урман янып киткән, уны 14 кеше, алты берәмек техника һүндергән. Әбйәлил районында ярты гектар янып ятҡан ерҙе 11 кеше менән 2 махус машина һүндергән.

Ике янғында, министрлыҡтан әйтеүҙәренсә, ауыл хужалығы ерҙәрендә ҡоро үләнде үртәү арҡаһында башланған. Һуңғы көндәрҙә генә лә республика территорияһына бөтәһе 455 гектарҙа 39 ҡыҙыу нөктә теркәлгән.

Урманда янғын күрһәгеҙ, тәүлек әйләнәһенә эшләй торған 8 (347) 218-14-14 номерына йә урман һағының тура бәйләнешле 8-800-100-94-00 номерына шылтыратып хәбәр итегеҙ.

"Башинформ" фотоһы.
Читайте нас: