«Ағыҙылған һыу күләмен арттырыу — планлы эш. Ошо сәбәптән 16 апрелдә Өфөлә һыу кимәле 6 метрға яҡынлашасаҡ, уйһыу ерҙәрҙе һәм юлдарҙы һыу баҫасаҡ. Яҡын көндәрҙә ҡала территорияһында Ағиҙелдә һыуҙың күтәрелеүе күҙәтеләсәк», — тигән Кирилл Первов.
Павловка һыу һаҡлағысы һыуын ебәреү Нуриман һәм Иглин райондарында йәшәүселәргә лә ҡағылыуы бар. Ҡариҙел йылғаһы ярҙарынан сығыр, тип көтөлә.
Бөгөн Рәсәй МЧС-ының республика буйынса идаралығы һәм ташҡынға ҡаршы оператив штабтар күҙәтеүе аҫтында Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Бишбүләк, Саҡмағош, Мишкә райондары, Өфөнөң Киров районы, Белорет районының Түбәнге Әүжән ҡасабаһы тора.
Һыу баҫыу ихтималлығы булған ерҙәрҙә йәшәүселәргә арыу әйберҙәрен һәм кәрәк-яраҡты юғарыраҡ урындарға мендереп ҡуйырға, кәрәк булһа, өйҙәрендә электрҙы һүндерергә кәңәш ителә.