Радий Хәбиров бөгөндән башлап Башҡортостан территорияһында янғынға ҡаршы айырым режим индерелеүе тураһында хәбәр итә. Башҡарма власть органдары һәм муниципалитеттар янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеүҙә тоторға, янғын һүндереү подразделениеларында тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойошторорға, тораҡ пункттарҙы тейешле техника менән тәьмин итергә, янғын буйынса халыҡ араһында агитация алып барырға тейеш, ти ул һәм һәр беребеҙҙе яуаплы, иғтибарлы булырға саҡыра.