Хәйбулла районының Маҡан, Баймаҡ районының Аҡморон һәм Йомаш, Бүздәк районының Йондоҙло, Мәләүез районының Нордовка ауылдарына 4G база станциялары ҡуйылды. Уларҙың һәр береһендә 130-ҙан алып 2500-гә тиклем кеше йәшәй. Хәҙер был ауылдарҙа ла мобиль селтәрҙә заманса цифрлы сервистар, электрон коммерция, мобиль онлайн-кассалар ҡулланырға, электрон отчет алып барырға һәм башҡа онлайн-сервистар рәхәтен күрергә мөмкин.
2020 йылда Башҡортостанда LTE стандартлы 2000-дән ашыу база станцияһы ҡуйылған йә яңыртылған. 2024 йылға тиклем кәм тигәндә 250 кеше йәшәгән бөтә ауылдарҙы интернетҡа һәм кәрәҙле элемтәгә тоташтырыу маҡсаты ҡуйылған.