+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Апрель 2021, 23:14

БАШЛЫҠ “ҺӘНӘК”ТЕ УҠЫЙ ИКӘН

Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең “Красноусол” шифаханаһында үткән тәүге “Медиайыйын”ында республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сығышында тармаҡтың хәле тураһында тулыһынса хәбәрҙар икәнлеген күрһәтте. Сығышының иң башында уҡ Радий Фәрит улы “Һәнәк”те телгә алып үтте. Уның әйтеүенсә, 90-сы йылдар башында тиражы 12 мең дана булған сатира һәм юмор журналы бөгөн 645 дана ғына нәшер ителә.

Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең “Красноусол” шифаханаһында үткән тәүге “Медиайыйын”ында республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сығышында тармаҡтың хәле тураһында тулыһынса хәбәрҙар икәнлеген күрһәтте. Сығышының иң башында уҡ Радий Фәрит улы “Һәнәк”те телгә алып үтте. Уның әйтеүенсә, 90-сы йылдар башында тиражы 12 мең дана булған сатира һәм юмор журналы бөгөн 645 дана ғына нәшер ителә.

Журналистар республика Башлығына байтаҡ ҡына һорауҙар әҙерләп ҡуйғайны. Башлыҡ уларҙың һәр береһенә ентекләп яуап бирҙе, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын билдәләне. Бындай йыйын беренсе тапҡыр үткәрелә, һәм ул тармаҡҡа ныҡлы ярҙам күрһәтер, тигән ышаныс бар. Ә хәбәрселәрҙең хәл итер мәсьәләләре байтаҡ. Шуларҙың иң үткерҙәренең береһе – кадрҙар мәсьәләһе. Хәбәрселәрҙе уҡытып ҡына әҙерләп булмай тигән фекер электән йәшәһә лә, гәзит-журнал хеҙмәткәрҙәрен юғары уҡыу йорттарында уҡытмайынса булмай. Ә Башҡорт дәүләт университетында 2014 йылдан һуң ҡаҙна иҫәбенә уҡытыу тамам юҡҡа сыҡҡан икән. Һәр кем йыл һайын йөҙҙәрсә мең түләп уҡый аламы һуң? Һуңғы йылдарҙа хәбәрселәрҙең эш хаҡына ла дәғүәһе ҙур. Гәзит-журнал редакцияларында эш хаҡы түбән булыу сәбәпле күптәр эшҡыуарлыҡҡа, коммерция структураларына китә. Улар, әлбиттә, аҡсалы кешеләрҙең мәнфәғәттәрен яҡлаясаҡ. Матбуғат сараларында ябай кешеләр тураһында кемдәр яҙыр?

Радий Фәрит улы аныҡ һәм эшлекле тәҡдимдәр менән килгәйне. Уларҙың күбеһен залда ултырыусылар алҡыштар менән хуплауын белдерҙе. Мәҫәлән, киләһе йылдан журналистарҙың эш хаҡы 25 процентҡа артасаҡ. Ижади эшләүҙе үҫтереү өсөн икенсе ярты йыллыҡтан 100-әр мең һумлыҡ гранттар өсөн бәйге иғлан ителәсәк.

Республиканың мәғлүмәт саралары киң үҫешкән. Хатта Рәсәйҙә иң көслөләрҙән икәнлеген раҫлаған “Тамыр” балалар студияһы үҙе ни тора!

Йыйында билдәләнеүенсә, гәзит һәм журналдар хәбәрселәре социаль селтәрҙәрҙә эшләүҙе әүҙемләштергән. Шуныһы ҡыуандырҙы: республика Башлығы “Һәнәк”тең сайты, уның эшендә ҡатнашыусыларҙың һаны менән дә таныш икән. Бөгөнгә henek.rbsmi.ru/ сайтын уҡыусылар һаны 9 меңдән ашты. Тимәк, уҡыусыларҙа “Һәнәк”кә ҡыҙыҡһыныу бар. Коллегалар менән аралашыу ҙа шул хаҡта һөйләй. Быйыл, мәҫәлән, сайтты ғинуарҙа 360 меңдән, февралдә 380 меңдән, мартта 400 меңдән ашыу кеше ҡараған.

“Медиайыйын” тамам. Хәбәрселәр киләсәккә өмөт һәм ышаныс менән эш урындарына таралды. Яңы көндәр изге һәм яҡты хәбәрҙәр килтерһен.

Әйткәндәй, “Һәнәк”тән рәссам Артур Василов – Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына, бүлек мөхәррире Әнүәр Тереғолов – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре исеменә, бүлек мөхәррире Факил Мырҙаҡаев Матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығының Почет грамотаһына лайыҡ булды. Ҡотлайыбыҙ!

Читайте нас: