+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Апрель 2021, 11:07

БАҠАЛЫ ФЕРМЕРЫНЫҢ ХУЖАЛЫҒЫ ЙЫЛДАМ ҮҪӘ

Баҡалы районы Мостафа ауылындағы крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Илгизәр Фәруҡшин эште бер нисә баш малдан башлай. Бөгөнгә малының һаны 78 башҡа еткән. Шуның 45-е – һауын һыйырҙары.

Баҡалы районы Мостафа ауылындағы крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Илгизәр Фәруҡшин эште бер нисә баш малдан башлай. Бөгөнгә малының һаны 78 башҡа еткән. Шуның 45-е – һауын һыйырҙары.

Илгизәр «Ысын фермер» программаһы грантына ҡара-сыбар тоҡомло таналар алған. Был программала ул 2019 йылдан алып ҡатнаша.
Ә программа «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси йүнселлеккә булышлыҡ» милли проектының «Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу» федераль проекты сиктәрендә эш итә.Фермер һайлаған ҡара-сыбар тоҡомло мал һөттө күп бирә, иткә лә яҡшы. Малдың продуктлылығын күтәреү өсөн дөрөҫ ашатыу һәм тәрбиәләү мөһим. Былтыр Фәруҡшин “Лайк АГРО” компанияһы менән шыйыҡ аҙыҡ етештереү ҡорамалы алыуға һәм урынлаштырыуға договор төҙөй. Был ҡорамалдың әһәмиәте шунда: унда бойҙайҙың теләһә ҡайһы төрөнән юғары протеинлы һәм витаминлы премиум класлы аҙыҡ етештереп була. Был аҙыҡты малдар еңел үҙләштерә, еңел эшкәртә, һөт күҙгә күренеп арта. Бер биҙрә бойҙай бутҡаһы мал рационында ҡоро иген фуражын алмаштыра һәм беән менән сенажға шәп өҫтәмә булып тора. Иген дә һаҡсыл тотонола. Бөгөн 30 баш самаһы һыйырҙан ул көн һайын 4 процент майлылыҡлы 500 литр һөт һауып һата. Аҡсаға күсереп һанаһаң, тимәк, көнөнә 12 мең һум килә.
Фермерҙың пландары ҙур, ул көтөүҙе арттырырға иҫәп тота. Быйыл көҙ тағы ла 15-20 баш ҡара-сыбар тана алырға йыйына.Элек алған һыйырҙары климатҡа күнеккән, иммунитеттары яҡшы, инфекцияларға бирешеп бармайҙар. Быҙауҙары ла көр булып, шәп үҫә. Орғасыларын фермер көтөүҙе үҫтереүгә ҡалдыра, үгеҙ быҙауҙарҙы һата.

Фәруҡшин баҫыуҙарын да киңәйткән. Былтыр 200 гектар ере булһа, быйыл тағы 150 гектар алған.

Илгизәр Фәруҡшиндың эшмәкәрлеге тураһында Баҡалы район хакимиәтенең сектор мөдире Миләүшә Риянова аша белдек.

Читайте нас: