+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Апрель 2021, 12:04

ЛАРИСА ЗИННӘТУЛЛИНА «СМЕТА ЭШЕ»НДӘ АЛТЫН МИҘАЛЛЫ БУЛДЫ

Санкт-Петербургта «Йәш профессионалдар (WorldSkills Russia)» IX милли чемпионаты финалында ҡатнашыу өсөн һайлап алыу ярышы сиктәрендә «Смета эше» компетенцияһы буйынса конкурсҡа йомғаҡ яһалды, тип хәбәр итә “Башинформ”.

Ярышта илдең һигеҙ төбәгенән туғыҙ конкурсант ҡатнашты. Башҡортостандан «Йәш профессионалдар (WorldSkills Russia)» VI төбәк чемпионаты еңеүсеһе, Нефтекама нефть колледжының 3 курс студенткаһы Лариса Зиннәтуллина һәм эксперт, төҙөлөш дисциплиналары уҡытыусыһы Алһыу Вакказова ҡатнашты.

Лариса Зиннәтуллина «Смета эше» компетенцияһы ярышында алтын миҙал яуланы.
Фото: БР Мәғариф министрлығы сайтынан.
Читайте нас: