+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Апрель 2021, 14:46

СОВЕТ МАЙҘАНЫН ЯҢЫРТҠАНДА ТАҒЫ БЕР ҮҘГӘРЕШ ИНДЕРЕЛӘСӘК

Генерал Шайморатов һәйкәленең буласаҡ авторы, Рәсәй рәссамы Салауат Щербаков һәм РФ Художество академияһының дүрт академигы Совет майҙанында барған реконструкцияға үҙгәреш индерергә тәҡдим иткән.

Генерал Шайморатов һәйкәленең буласаҡ авторы, Рәсәй рәссамы Салауат Щербаков һәм РФ Художество академияһының дүрт академигы Совет майҙанында барған реконструкцияға үҙгәреш индерергә тәҡдим иткән.

Майҙанды яңыртыу проекты авторҙары совет архитектураһы менән башҡорт халҡының ҡаһарманлыҡ романтикаһын берләштереү маҡсатын ҡуйған. Майҙанға байрамса төҫ биреләсәк, скульптура героизмды кәүҙәләндерәсәк, ә темаларҙы берләштереү бурысын традицион архитектура элементы булған колоннада башҡарасаҡ. Шулай итеп, Салауат Щербаков әйтмешләй, майҙанға рәсмилек, эшлеклелек төҫө урынына тантаналылыҡ һәм батырҙар тураһында мәңгелек хәтер мотивы хас буласаҡ.

Скульпторҙар иһә йәйәүлеләр өсөн уңайлы юл үткәрергә тәҡдим итә.

Проекттың художество өлөшө әҙерләп бөтөлгән. Эште 2022 йылдың 9 майына тамамларға йыйыналар.

Читайте нас: