Йәмәғәт территорияларын төҙөкләндереү проекттарына тауыш биреү дауам итә. Был эштә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының "Уңайлы ҡала мөхите булдырыу" федераль программаһы ярҙамға килә. Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Һәүәләйҙә Еңеү паркы төҙөлөшө ошо программаға ингән.
Ауылда был паркҡа нигеҙ биш йыл элек һалынған, республика программаһы булышлығы менән спорт майҙансығы ҡоролған. Тағы ике йылдан резина япмалы йүгереү юлы барлыҡҡа килгән, спорт майҙансығына ла резина түшәлгән, яҡтыртҡыстар, эскәмйәләр, сүп һауыттары ҡуйылған.
2022 йылда паркты тулыһынса төҙөкләндереп бөтөү ҡарала. Ике дизайн-проект эшләнгән.