+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Апрель 2021, 10:53

2026 ЙЫЛҒА АҘЫҠ-ТҮЛЕК ИКЕ ТАПҠЫРҒА КҮБЕРӘК ЕТЕШТЕРЕЛӘСӘК

Башҡортостанда 2026 йылға 200 миллиард һумлыҡ аҙыҡ-түлек етештереү маҡсаты тора. Был әлегенән ике тапҡырҙан ашыуға күберәк. БР Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов 19 апрелдә үткән Хөкүмәт ултырышында ошо хаҡта әйтте. Быға республиканың Аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү концепцияһын тормошҡа ашырыу аша өлгәшеләсәк, тине ул.

Әле тармаҡта 1 меңләп предприятие һәм эшҡыуар эшләй, ә ҙур планды тормошҡа ашырыу өсөн уларҙың һаны һәм ҡеүәте лә артырға тейеш. Министр белдереүенсә, был йәһәттән ҙур эш алып барыласаҡ, предприятиелар һаны 3 меңгә еткереләсәк.

Республиканың ҡулынан килмәҫлек эш түгел был, сөнки 2020 йылда ул аҙыҡ-түлек етештереү буйынса Волга буйы федераль округында икенсе урында булһа, тотош Рәсәй күләмендә алтынсы урынға сыҡты.

«Төбәк АПК-һында сеймал өлөшө яйлап кәмей һәм эшкәртелгән ауыл хужалығы продукцияһы арта. Ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү өлкәһендә республикала 3,4 миллиард һумлыҡ ете проекттың тормошҡа ашырылыуы һәм тағы ла 50,8 миллиард һумлыҡ 42 проекттың планлаштырылыу йә тормошҡа ашырылыу этабында тороуы юҡҡа түгел», — тине Фазрахманов.
Аҙыҡ-түлек өлкәһендәге иң эре инвесторҙар, Илшат Фазрахманов билдәләүенсә, – «Бәләбәй һөт комбинаты», «Сигма» һәм «Таврос» компаниялар төркөмдәре, «Уфагормолзавод», «Строганов» һуғым-һыуытҡысы, «Траст птицеводческие активы» идарасы компанияһы һәм башҡалар.
Хөкүмәт тармаҡтың үҫешен дәртләндереү өсөн ярҙам саралары ҡуллана. Мәҫәлән, инвестициялау һәм ағымдағы маҡсаттарға льготалы кредиттар, ҡорамалдар һәм машиналар алыуҙы, капиталь сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплау, льготалы лизинг, өҫтөнлөклө инвестицион проекттар исемлегенә индереү һәм башҡалар.

Читайте нас: