+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Апрель 2021, 23:20

АҒИҘЕЛ УҠЫТЫУСЫЛАРЫ ҺӨНӘРИ ОҪТАЛЫҒЫН КҮРҺӘТТЕ

Рәсәйҙә мәғарифты модернлаштырыу концепцияһы белем биреүҙең заманса сифатына өлгәшеү бурысын ҡуя. Тик уҡытыусыларҙың даими һөнәри үҫешенән башҡа был мөмкин түгел. Күптән түгел ошо юҫыҡта Ағиҙел ҡалаһының дөйөм белем биреү ойошмалары педагогтары араһында һөнәри оҫталыҡ конкурсы үтте.

Конкурс «Мәғариф» милли проектының «Заманса мәктәп» төбәк проекты маҡсаттарына яуап бирҙе.

Конкурсанттар үткәргән һәр дәрес заман технологиялары һәм ысулдарын ҡулланыу, йөкмәтке тәрәнлеге һәм үҙенсәлеге менән айырылып торҙо. Педагогтарҙың методик оҫталығы һәм ижады, профессионализмы һәм уҡыусыларын яратыуы – конкурста ошо шарттар күрһәтелде.

16 апрелдә Мәғариф аҙналығын япҡанда ярышҡа ла йомғаҡтар яһалды.

Беренсе урынды – башҡорт гимназияһының музыка уҡытыусыһы Лениза Фәтхетдинова, икенсе урынды – 2-се мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы Любовь Ҡасимова менән ошо уҡ мәктәптең биология уҡытыусыһы Лариса Хәйертдинова, өсөнсө урынды 1-се мәктәптең рәсем уҡытыусыһы Людмила Чернова менән инглиз теле уҡытыусыһы Диниә Мөхәмәтова һәм 2-се мәктәптең инглиз теле уҡытыусыһы Валентина Белюшина алды.

Конкурс тураһында Ағиҙел ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф бүлегендә һөйләнеләр.

Читайте нас: