+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Апрель 2021, 22:50

ӨФӨЛӘ АСЫЛҒАН ЯҢЫ КЛИНИКА ЕВРОПА ДАУАХАНАЛАРЫНА ТИҢ БУЛЫР, ТИҘӘР

Өфөнөң 1880-се йылдарҙа төҙөлгән һәм федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты булған биналарының береһе заманса күп функциялы медицина комплексына әйләнде. Уның проекты 2018 йылдың декабрендә «Инвестицион сәғәт»тәрҙең береһендә ҡаралғайны. Бөгөн иһә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров GIM-cliniс клиникаһын асыу тантанаһында ҡатнашты.

«Башинформ» яҙыуынса, комплекс элекке «Уфимкабель» заводы корпустарының береһен биләй. Унда премиаль кимәлдәге 15 урынлы стационар менән операция блогы, күп функциялы балалар бүлексәһе урынлашҡан. Бында тағы нур диагностикаһы комплексы, эксперт класлы эндоскопик һәм ультратауыш ҡорамалы менән йыһазландырылған лаборатория диагностикаһы үҙәге булдырыласаҡ. GIM-cliniс балалар өсөн госпиталь комплексы асыуҙы, лаборатория диагностикаһы хеҙмәттәре даирәһен киңәйтеүҙе планлаштыра. Клиникала йөҙҙән ашыу табип эшләр, тиҙәр.
«Инвестор проектҡа 1 млрд һум тирәһе һалды. Һәм был сик түгел. Сөнки клиника эштең башы ғына әле. Бында балалар һәм өлкәндәр өсөн госпиталле, диагностика үҙәкле тотош бер медицина ҡаласығы буласаҡ. Шулай итеп, һаулыҡ һаҡлау системаһы юғары технологиялы медицина хеҙмәттәре күрһәтеүҙең өҫтәмә нөктәһенә эйә буласаҡ. Ышанам: бында бик көслө табиптар командаһы эшләйәсәк», — тигән Радий Хәбиров.
«Күп эшҡыуарҙар, шул иҫәптән мин дә, Радий Фәрит улы Хәбиров республикаға ҡайтҡас, үҫеш өсөн көслө импульс алдыҡ, – тигән инвестор, «Уфимкабель» ЯСЙ-һы генераль директоры Илдар Ғималетдинов. – Беҙҙең медицина үҙәге төҙөлөшө шунда уҡ өҫтөнлөклө инвестпроекттар исемлегенә индерелде. Ике йыл эсендә беҙ элекке завод корпустарын революцияға тиклемге архитектура эстетикаһы элементтары менән биҙәлгән заманса бинаға әйләндерҙек. Бында Өфөләге иң һәйбәт клиника буласаҡ, Европа дауаханаларынан ҡалышмаясаҡ».
Читайте нас: