+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Апрель 2021, 12:46

ҒИЛМИ СОВЕТТА БАШЛЫҠТЫҢ ТӘҠДИМЕ ҠАРАЛҒАН

Башҡорт дәүләт университетының ғилми советы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БашДУ менән Өфө дәүләт авиация техник университетын берләштереү тураһындағы тәҡдимен ҡараған һәм тауыш биреү үткәргән.

Күпселек тауыш менән тәҡдим раҫланған. 38 кеше ыңғай тауыш биргән, 7-әү – ҡаршы. БДУ проректоры Азат Ғәлимханов берләшеүҙең университет үҫеше өсөн яңы мөмкинлектәр асасағын билдәләгән. Был хаҡта “Башинформ” хәбәр итә.
Читайте нас: