+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Апрель 2021, 15:42

РӘСӘЙ ПОЧТАҺЫ АСЫЛМАЛАРЫНДА – БАШҠОРТ МИЛЛИ КЕЙЕМЕ

Почта Милли кейем көнөнә арналған асылмаларҙы әйләнешкә сығарған. Тематик серия өс асылманан тора.

Почта Милли кейем көнөнә арналған асылмаларҙы әйләнешкә сығарған. Тематик серия өс асылманан тора.

Уларҙың береһенә – көньяҡ башҡорттарының ҡатын-ҡыҙ кейеме, икенсеһенә – йорт старшинаһы, өсөнсөһөнә ҡурған башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының байрам кейеме төшөрөлгән.

Асылмалар Башҡортостан Федераль почта элемтәһе идаралығы тарафынан республиканың Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә сығарылған. Асылмаларҙың алғы битенә русса һәм башҡортса яҙылған.

Идаралыҡ директоры Ирек Ғәлимов билдәләүенсә, был асылмалар коллекционерҙар һәм посткроссерҙар өсөн айырата әһәмиәтле буласаҡ.

Асылмаларға Рәсәйҙең стандарт тарифтарына тап килгән почта маркалары йәбештерелгән.

Башҡорт тематикалы почта продукцияһы элек тә булған. 1933 йылда «СССР халыҡтары» серияһында тирмәләр һәм аттар фонында милли кейемдәге башҡорттар төшөрөлгән марка донъя күргән. Шунан алып Башҡортостанға, уның шәхестәренә, тарихына, тәбиғәтенә, административ ҡоролошона бағышланған конверттар, маркалар һәм асылмалар йөҙҙән ашыу тапҡыр сығарылған.

Был турала “Башинформ” хәбәр итә.

Башҡорт тематикалы асылмалар Башҡорт тарихы йылының да күҙгә салынырлыҡ бер ваҡиғаһы булыр, моғайын.

Читайте нас: