+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Апрель 2021, 13:13

СИБАЙ ҺӘМ НЕФТЕКАМА УРАМДАРЫНДА ИКЕ БАЛА ҠАЗАҒА ТАРЫҒАН

Тәүлек эсендә Башҡортостан юлдарында алты авария теркәлгән. Уларҙың икеһендә балалар ҡазаланған.

Тәүлек эсендә Башҡортостан юлдарында алты авария теркәлгән. Уларҙың икеһендә балалар ҡазаланған.

Республика Дәүләт автоинспекцияһы биргән мәғлүмәткә таянып, “Башинформ” хәбәр итеүенсә, Сибайҙа Ленин урамында 15 йәшлек малай «ГАЗ» микроавтобусына тапалған. Һигеҙенсе класс уҡыусыһы велосипедында елдертеп кенә урам аша сығырға була һәм көтмәгәндә машинаға тапала. Уны дауаханаға алып китәләр. Тикшереү бара.

Нефтекама ҡалаһының Ленин урамында 13 йәшлек малай питбайкта китеп бара. Бер мәлде ул рулде тота алмай ҡала һәм рәшәткәгә барып бәрелә. Уны ла дауаханаға алып китәләр.

Урамда йөрөгәндә балаларҙың иғтибарлыраҡ булыуы кәрәк. Быны уларға ата-әсәләре ҡат-ҡат ныҡытырға бурыслы.

Видео һәм һүрәт - https://vk.com/dorpatrolufa
Читайте нас: