+5 °С
Болотло
Башгидрометтан әйтеүҙәренсә, һалҡындар Уралдың аръяғына сығып китә. Көньяҡ-көнбайыштан йылы һауа килә. Төнгө һауа температураһы +1,+6, көндөҙ +9,+14-кә тиклем күтәрелер, тип көтөлә.
Яуым-төшөм тәүҙә көнбайыш райондарҙа, ә йома-шәмбе тотош республикаға тарала (көньяҡ-көнсығыш төбәк кенә уға эләкмәй).
Ямғырҙар ҡайһы бер райондарҙа әҙ булһа ла, икенселәрендә ныҡ ҡына яуып ала. Ташҡан йылға-күлдәргә тағы һыу өҫтәлә инде. Етмәһә, баш синоптигыбыҙ Анна Козаева киләһе өс-дүрт көнгә ташҡындың иң юғары кимәлен вәғәҙә итә.