Иң мөһим һабаҡ шул: баһалау шым ғына, ер хужаларына әйтмәй генә үткән. Дөрөҫөрәге, Кадастр палатаһы район һәм ауыл хакимиәттәренә белдереү ебәргән, улар ер хужаларына хәбәр итергә тейеш булған, ләкин хәбәр итеп тормағандар. Быға аптырайһы түгел, урындағы властар һалымдың артыуына шатлана ғына, сөнки урындағы бюджет шунан тулылана.
Кадастр палатаһында хеҙмәткәрҙәр әҙ, ә өлкә территорияһы бик ҙур. Урындарға сығып ҡарап, үлсәп, баһалап йөрөүсе булмаған, әлбиттә. Иҫке карталар, иҫке мәғлүмәттәр буйынса яңы хаҡтарҙы билдәләгән дә сыҡҡандар.
Новосибирск өлкәһе ер хужалары белдереүенсә, бик һирәк осраҡта ғына участка хаҡы бер аҙ арзанайған. Башлыса әлегенән 5-6 тапҡырға ҡиммәтләнгән. Бик ныҡ ҡиммәтәйгәндәре лә булған. Новосибирск өлкәһенән 450 км-ла ятҡан бәләкәй генә фермер биләмәһе, мәҫәлән, 800 мең һумлыҡтан 60 миллион һумлыҡҡа әйләнгән. Фермер һалымды ла әлеге 6 мең һум урынына 200 мең һум түләргә тейеш булып сыға.
Кадастр хаҡын үҙгәрттереү өсөн, үҙ аҡсаңды түләп, бойондороҙһоҙ эксперт яллап, оҙон-оҙаҡ судлашырға була, әммә был бик мәшәҡәтле, оҙайлы һәм сығымлы эш, тиҙәр.
Шуға ауыл хужалығы ерҙәрен биләүселәргә лә, баҡсасыларға ла, ауыл кешеләренә лә Росреестр сайтындағы Асыҡ кадастр картаһына даими күҙ һалып, унда ниҙәр барғанына хәбәрҙар булып торорға кәңәш итә новосибирскиҙар.