-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Апрель 2021, 11:48

ОСАГО ПОЛИСЫН АЛЫУ ЕҢЕЛЛӘШӘ

Башҡортостанда автомобиль хужалары ОСАГО полисын СберБанктың теләгән бер бүлексәһендә ала ала.

Башҡортостанда автомобиль хужалары ОСАГО полисын СберБанктың теләгән бер бүлексәһендә ала ала.

Клиенттарға 12 страховкалау компанияһы тәҡдим ителә, ә документтарҙан СТС йә ПТС, паспорт һәм водитель таныҡлығы ғына кәрәк. Хатта СберБанк Онлайн мобиль ҡушымтаһында ла («Страхование» тигән бүлектә) полисты һайлап һәм алып була.

Тиҙҙән Сбер эш хаҡын ошо банкта алыусыларға эш урынында уҡ ОСАГО алыу мөмкинлеген тәҡдим итәсәк.

Әҙер полис автомобилсенең электрон почтаһына килә. Кәрәк сағында уны телефон аша ғына күрһәтеп була. Былар хаҡында «Башинформ» хәбәр итә.

Сбербанктан ОСАГО алыу тураһында мәғлүмәттәр ошонда.

Читайте нас: