+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Апрель 2021, 19:33

ПУТИН БЫЙЫЛ АҠСА БИРЕРМЕ ИКӘН, тигән һорауға яуап бар

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Президент сығышы бер ҡасан да былай һуң яңғырағаны юҡ ине. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, ил башлығының Мөрәжәғәтнамәһе ышанысты тулыһынса аҡланы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Президент сығышы бер ҡасан да былай һуң яңғырағаны юҡ ине. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, ил башлығының Мөрәжәғәтнамәһе ышанысты тулыһынса аҡланы.

Халыҡ бөгөн Президенттан нимә көтә? Тыныслыҡ, именлек һәм былтырғы һымаҡ аҡса. Ул ышанысты һәм көткәндәрҙе аҡланы.

Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, залда Президентты тыңлаусыларҙың аҡса, байлыҡ, муллыҡ һымаҡ проблемалары юҡ. Ошо юҫыҡта Рәсәйҙә тиҫтәләрсә миллион иҫәпләнгән әҙ тәьмин ителгәндәрҙең мәнфәғәттәрен ҡайғыртырға кәрәк. Иң ҙур аҡса демография, социаль проблемаларҙы хәл итеүгә, балаларға һәм аҙ тәьмин ителгәндәргә йүнәлтеләсәк.

Владимир Путин сығышын тамамлағандан һуң, РФ финанс министры Антон Силуановтан интервью алдылар. Дәүләт бындай күләмдәге социаль яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә беренсе тапҡыр ғына алмай. Тик ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү өсөн ҡаҙнала аҡса бармы һуң?

– Аҡса бар, – ти министр. – Беҙ барыһын да иҫәпләнек. Былтырғы һымаҡ, аҙ тәьмин ителгәндәр аҡсаны этаплап, үҙ ваҡытында аласаҡ.

Нефткә хаҡтар тотороҡло арта. Муллыҡ фондында аҡса күләме йыл аҙағына тиклем 10 триллион һумға етергә тейеш. Алтын-валюта резервтары 500 миллиард долларҙан күберәк. Сәнәғәт етештереүе күләме арта. Бындай шарттарҙа халыҡҡа ярҙам итмәү аҡлау таба алмаҫ ине.

Рәсәйҙә байҙар һәм ярлылар проблемаһын күтәреп, халыҡты ҡуҙғытырға теләүселәр табылып тора. Улар сит илдәрҙең махсус хеҙмәттәре иҫәбенә эшләй һәм халыҡты власҡа ҡаршы йүнәлтергә ынтыла. Ошондай шарттарҙа Рәсәй Президентының халыҡ мәнфәғәтен яҡлап сығыш яһауы, һис шикһеҙ, хуплауға лайыҡ. Тик бындай ярҙам ваҡытлы булмаһын, кампанияһы үткәс тә онотолмаһын, даими булһын, тигән теләк белдерергә генә ҡала.

Фото: vesti.ru сайтынан .

Читайте нас: