Радий Хәбиров Президенттың, көтөлгәнсә, кешеләр һәм халыҡҡа ярҙам саралары тураһында һөйләгәнен билдәләне. Мәҫәлән, 8–16 йәшлек балалар өсөн ай һайын 5650 һум, иҫәпкә иртә баҫҡан ауырлы ҡатындарға ай һайын 6350 һум өҫтәмә түләү, августа һәр уҡыусы балаға 10 мең һум биреү саралары ғаиләләргә яҡшы ярҙам буласаҡ.
Йәнә Башлыҡ республика Хөкүмәтенә, Финанс министрлығына һәм төҙөлөш блогына Мөрәжәғәтнамәләге иҡтисади тәҡдимдәргә иғтибар итергә, шуларҙан сығып, бурыстарҙы анализларға ҡушты.