Закон көсөнә ингәс, ҡайтарманы документтар йыймайынса, һалым хеҙмәтенә барып тормайынса, онлайндан тороп рәсмиләштерергә мөмкин була.
Әлегә ҡайтармаға хоҡуҡ биргән документтарҙы йыйырға, НДФЛ буйынса декларация тултырырға тура килә. Һалым хеҙмәте уларҙы өс ай буйы тикшергәс кенә 13% килем һалымы ҡайтарыла башлай.
Закон 2022 йылдың 1 ғинуарында көсөнә инә һәм 2020 йылдың 1 ғинуарынан барлыҡҡа килгән ҡайтармаларға ҡағыла. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер нормаларға башҡа сроктар билдәләнгән.
Закон көсөнә ингәс, граждандар һалым органдары менән Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы шәхси кабинеты аша аралашасаҡ. Ҡайтармаға хоҡуҡты һалым хеҙмәткәрҙәре автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы аша 1 ай эсендә үҙҙәре тикшерәсәк. Ә ҡайтарманы ғариза биргәндән алып яҡынса 1,5 ай үткәс ала башлаясаҡбыҙ.
Төҙөлөп ятҡан йорттан фатир һатып алыусылар өлөшлө төҙөлөш объектын тапшырыу-ҡабул итеү актына ҡул ҡуйғас та ҡайтармаға хоҡуҡ ала, ләкин ғаризаны фатирға дәүләт теркәүе яһатҡас ҡына бирә.