«Үҫеш нөктәһе» был мәктәптә «Мәғариф» милли проектының «Хәҙерге заман мәктәбе» төбәк проекты булышлығында 2020 йылдың көҙөнән башлап эшләй.
Балалар, VR-технологияларҙы ҡулланып, башҡортса «Майнкрафт» уйынына ҡушылған. Был уйындың башҡортсаһын Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында эшләгәндәр.
«Уйын әле эшләнеү өҫтөндә генә булһа ла, балалар урта быуаттар донъяһына виртуаль сәйәхәткә сығып, онотолмаҫ тәьҫораттар алды, башҡорттарҙың тормош-көнкүреше, тарихы менән танышты», – ти уҡытыусы.