Китапхананы 1836 йылда Дворяндар Йыйылышы асҡан. Шунан бирле уға мосолман китапханалары, юғары уҡыу йорттары китапханалары ҡушылған. Әле уның фондында 3 миллиондан ашыу баҫма бар.
“Китапхана фондтары – башҡорт халҡының ғына хазинаһы түгел, ә барлыҡ төрки донъяның, ғөмүмән, бөтә донъяның хазинаһы”, – тине Милли китапхана директоры Юлдаш Ураҡсин. Бында фарсы, ғәрәп, иҫке төрки телдәрендәге баҫмалар ҙа күп. Фондта һирәк осрай торған китаптар, ҡулъяҙма баҫмалар ҙа бар.
Китапхана архивының сирек өлөшө цифрлаштырылған.