+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Апрель 2021, 11:26

ҺӘҮӘҪКӘР ТЫНЛЫ ОРКЕСТРҘАР ИҪӘНҒОЛҒА ЙЫЙЫЛАСАҠ

Еңеү байрамы тынлы оркестрҙар башҡарған күңелле марштарҙан башҡа үтәме инде?! Ә әле оркестрҙар бармы ул? Булмаһа, смотр тиклем смотр ойоштормаҫтар ине лә һуң.

Еңеү байрамы тынлы оркестрҙар башҡарған күңелле марштарҙан башҡа үтәме инде?! Ә әле оркестрҙар бармы ул? Булмаһа, смотр тиклем смотр ойоштормаҫтар ине лә һуң.

5 майҙа Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда һәүәҫкәр тынлы музыка ҡоралдары оркестрҙарының төбәк конкурсы үткәрелә. Уны Республика Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Ейәнсура район хакимиәте ойоштора.

Һәр сығыш 20 минут дауам итергә тейеш, репертуарға марш һәм башҡорт композиторҙары әҫәрен индереү мотлаҡ.

Ҡатнашыу өсөн ғаризаны [email protected] адресына ебәрергә тәҡдим ителә. Ә бында конкурс положениеһы менән танышырға мөмкин.

Читайте нас: