+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Апрель 2021, 11:48

ПРИЮТТА БЕР ЭТТЕ ҒҮМЕР БУЙЫ АШАТЫУ ХАҠЫ 400 МЕҢ ҺУМҒА ТӨШӘ

Берәҙәк эттәр темаһы киҫкенләшеп китте. Приюттарҙы күбәйтеү тәҡдиме ярайһы йыш ишетелә. Ә шул приютта этте аҫрау хаҡы күрмегә төшә икән?

Берәҙәк эттәр темаһы киҫкенләшеп китте. Приюттарҙы күбәйтеү тәҡдиме ярайһы йыш ишетелә. Ә шул приютта этте аҫрау хаҡы күрмегә төшә икән?

Башҡортостанда приютта бер этте ашатыуға көнөнә 50 һум, йылына 20 мең һум китә. Уртаса эт ғүмере 20 йыл тәшкил итә, тимәк, бер этте ғүмер буйы ашатырға ғына ла 400 мең һум кәрәк. БР баш дәүләт ветеринар инспекторы Азат Йыһаншиндың проблема тураһында һөйләгәндәрен беҙгә «Башинформ» еткерә.

Эш этте ашатыу менән генә бөтмәй. Уны дауаларға, вакциналар ҡаҙарға, персоналға эш хаҡы түләргә, ҡаралтыларҙы ремонтлап торорға, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләргә кәрәк. Тимәк, приютта эт аҫрау бик-бик ҡиммәт.

2021 йылда ҡараусыһыҙ эттәр мәсьәләһен хәл итеүгә Башҡортостан бюджетынан 63 миллион һум бүленгән. Был аҡса 16 меңләп берәҙәк этте тотоп стерилизауиялауға етә. Икенсе кварталға өҫтәмә финанслауға ғариза бирелгән.

Шул уҡ ваҡытта муниципаль райондарға бүленгән аҡсалар һүлпән үҙләштерелә. 2021 йылдың беренсе кварталына бирелгән аҡса Башҡортостандың 38 районында бөтөнләй тотонолмаған! Өфөлә – эттәр мәсьәләһен хәл итеүгә бүленгән аҡсаның 32,4 проценты, Өфө районында 62,8 проценты үҙләштерелгән.

Сәбәптәр төрлө. Ҡануниәттә эшләнеп еткерелмәгән һәм урындағы властарҙың эшмәкәрлегенә аяҡ салған урындар бар. Шәхси эшҡыуарҙар ҙа әллә ни килемле булмағанға һәм шулай уҡ проблемалы яҡтары күп булғанға был эшкә тотонорға атлығып тормай. Тағы урындарҙа отчет биреү етешһеҙлеге лә күрһәткестәргә йоғонто яһай икән.

Читайте нас: