Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов 1941 йылдың 6 авгусында Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылында тыуған. ГИТИС студенты булған сағында уҡ Башҡорт академия драма театрында М. Фәйзиҙең «Ғәлиәбаныу»ын ҡуя. Диплом эше итеп Ғәҙел Ҡотойҙың «Тапшырылмаған хаттар»ын әҙерләй.
1981 йылдан Башҡорт дәүләт академия театрының баш режиссеры һәм художество етәксеһе була. 1997 йылдан Ырымбур драма театры етәксеһе художество етәксеһе итеп тәғәйенләнә.
Беҙҙең театрҙа ул ҡуйған «Ташлама утты, Прометей!», «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ» (икеһе лә Мостай Кәрим), «Зәңгәр шәл» (Кәрим Тинчурин), «Ғәлиә» (Т. Таһиров), «Һуңғы патриарх», «Ун өсөнсө председатель» (икеһе лә Азат Абдуллин), «Бибинур, аһ, Бибинур!» (Флорид Бүләков) һәм башҡа спектаклдәр киң билдәлелек алып, тамашасы һөйөүен яулағайны.
Һүрәттә: Рифҡәт Исрафилов 2016 йылда Ырымбур театры Өфөгә гастролгә килгәндә «Башинформ»дағы матбуғат конференцияһында.
Георгин Шишкин фотоһы.