+5 °С
Болотло
Бер транспорт компанияһының ике хеҙмәткәре Нәһретдин ауылына базаға китеп барған. Юл ыңғай бер айыуҙы күреп ҡалғандар ҙа уны яҡынданыраҡ ҡарар өсөн машинанан төшкәндәр.
Көтмәгәндә айыу береһенә ташланған. Икенсеһе һөрәнләй-һөрәнләй, монтировкаһы менән бәргеләп, тегене саҡ өркөткән.
Йәрәхәтләнгән ирҙе Өфөләге дауаханаға килтергәндәр. Ул реанимацияла, үҙ аңында, ә хәле тотороҡло ауыр, тигәндәр Башинформ хәбәрсеһенә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәтенән. Ирҙең тәнендә айыу йолҡҡослағандан яһалған йәрәхәттәр бар, бото һынған.