Башҡортостанда, белеүебеҙсә, «Демография» милли проектының «Спорт – йәшәү нормаһы» төбәк проекты тормошҡа ашырыла.
Сибай ярыммарафоны түбәндәге дистанцияларҙы тәҡдим итә: 2 км – ҡатнашырға теләгән һәр кем өсөн; 10 км – 14 йәшлектәр һәм унан өлкәндәр өсөн; 21,1 км – 16 йәшлектәр һәм унан өлкәндәр өсөн.
9 йәшкә тиклемге балалар бөгөн 24 апрель 100–400 м дистанцияла йүгерҙе.
Сибайҙағы сарала профессиональ йүгереүселәр һәм әүҙем тормош рәүешен яратыусылар ғына түгел, сәйәси эшмәкәрҙәр, билдәле театр һәм кино актерҙары ҡатнаша. Улар араһында Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов, кино һәм театр актерҙары Дмитрий Дюжев, Александр Носик, Алексей һәм Игорь Огурцовтар ҡатнаша.
«Аструм Сибай ярыммарафоны» ҡунаҡтарын Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында сағыу байрам программаһы көтә.