«Фанилыҡ менән баҡыйлыҡ араһында тигеҙлек мәсьәләһе һәр ваҡыт көн үҙәгендә ҡала. Ошо изге Рамаҙан айында үҙебеҙ һайлаған өҫтөнлөктәрҙең дөрөҫ ҡуйылыуы тураһында уйланырға тейешбеҙ: фанилыҡ һәм баҡыйлыҡ, бизнес һәм ғаилә — былар бөтәһе лә мосолмандың тормошонда сағылырға тейеш», — тигән республика мөфтөйө.
Айнур хәҙрәт мәсеттә эштең яртылаш тамамланғанын әйткән, уны төҙөүгә көс һалғандарҙы телгә алған. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тотош мәсет төҙөгәнгә лә, һыңар кирбес алып биргәнгә лә берҙәй сауап булыуы тураһындағы һүҙҙәрен хәтергә алған.
«Әр-Рәхим» мәсете тулыһынса төҙөлөп бөткәс, дин хеҙмәте тулы тәртиптә үткәрелә башлаясаҡ. Был хаҡта «Башинформ» яҙа.