-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Апрель 2021, 19:19
ИРТӘГӘ ЙӘШТӘРҘЕҢ «СМАРТ-ТАУ»Ы ЭШКӘ ТОТОНА
Иртәгә Өфөлә «Үҫеш территорияһы – Смарт-тау 5.0» форумы асыла. Ул Башҡортостандың Р. Батталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә 28-енә тиклем эшләйәсәк. 200-ләп ҡатнашыусы өс көн буйы социаль проектлау буйынса илдең һәм төбәктең билдәле эксперттарынан күп нәмәгә өйрәнеп ҡаласаҡ.
Иртәгә Өфөлә «Үҫеш территорияһы – Смарт-тау 5.0» форумы асыла. Ул Башҡортостандың Р. Батталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә 28-енә тиклем эшләйәсәк. 200-ләп ҡатнашыусы өс көн буйы социаль проектлау буйынса илдең һәм төбәктең билдәле эксперттарынан күп нәмәгә өйрәнеп ҡаласаҡ.
«Мәғариф» милли проектының «Социаль әүҙемлек» төбәк проекты сиктәрендә был ҙур күләмле ике йәштәр форумы «Уңыш инсайты» тигән дөйөм бренд аҫтында үтә. Ул Рәсәйҙәге Фән һәм технологиялар йылы менән кешенең беренсе тапҡыр Йыһанға осоуының 60 йыллығына бағышлана. «Смарт-Тау» 18 йәштән 30 йәшкә тиклемге студент һәм хеҙмәткәр йәштәрҙе ҡабул итә, ә «Үҫеш территорияһы» майҙансығында 14–17 йәшлек уҡыусылар шөғөлләнәсәк.
Ҡатнашыусылар оҫталыҡ дәрестәрендә, проект сессияларында, кейстарҙа һәм консультацияларҙа белем аласаҡ. Был сараларҙа Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы, Милли технологик инициативаның Түңәрәктәр хәрәкәте эксперттары һәм төбәктең йәштәр проекттары өлкәһендәге эксперт-консультанттары сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ дискуссиялар, проект лабораториялары, нетворкинг, ижад, спорт һәм мәҙәниәт майҙансыҡтары – һәр береһендә ҡатнашырға, эшләргә, ял итергә мөмкин буласаҡ.
Эксперттар менән эшләү һөҙөмтәһендә 18–30 йәшлек ҡатнашыусылар үҙ проекттарын конкурсҡа тәҡдим итеп, грант алыуға дәғүә итә ала, ә 14–17 йәшлектәр кейс мәсьәләләре сисәсәк һәм уларҙы үҙ ҡалаларында тормошҡа ашырыу мөмкинлеген аласаҡ.
Форум яңылыҡтары ВКонтакте социаль селтәрендәге
берләшмәлә
бирелә.
Форум 26 апрелдә Өфө ҡалаһы Халыҡтар дуҫлығы проспекты, 47 адресында урынлашҡан Р. Батталова исемендәге БР Спорт әҙерлеге үҙәгендә 20 сәғәттә асыла.
Буласаҡ форум тураһында Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында һөйләнеләр.
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?