«Таналыҡ» ЯСЙ-һы гендиректоры Станислав Горбатенко лицензияның срогы сыҡҡас та (быйыл) ерҙе рекультивацияларға вәғәҙә итә. Ләкин рекультивацияға тотоноу түгел, уның проекты ла эшләнмәгәне асыҡлана.
Башҡортостан Хөкүмәте премьер–министры урынбаҫары Азат Бадранов 24 апрелдә Баймаҡҡа барып, тәбиғәт өсөн янып-көйөп йөрөгән әүҙемселәр менән осрашты. Һөйләшеү өс сәғәтләп барҙы. Баймаҡтар әйтеүенсә, компания уңдырышлы тупраҡҡа зыян килтереп кенә ҡалмаған, уның арҡаһында Таналыҡ ныҡ һайыҡҡан, хатта ағышын үҙгәрткән.
Һөйләшеүҙә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, прокуратура органдары, республика Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы, ер аҫтын файҙаланыу буйынса идаралыҡ, «Таналыҡ» ЯСЙ-һы вәкилдәре ҡатнашты.
Һөйләшеүҙе йомғаҡлап, вице-премьер алтын сығарыу компанияһына бер аҙна эсендә рекультивация проектын эшләп тапшырырға һәм эште башларға ҡушты. Компания урындағы халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтергә, тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен бер һүҙһеҙ үтәргә тейеш.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтендә предприятиеларҙың экологияға зарар килтергәне өсөн финанс яуаплылығын арттырыуҙы күҙҙә тотҡан закон ҡабул итеү бурысын ҡуйғайны.
Рәсәй лидеры тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йәһәтенән ҡәтғи эш итергә саҡырҙы. Ул Росприроднадзор һәм башҡа контролләүсе органдар ҙа үҙҙәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы еренә еткереп үтәргә тейешлеген билдәләне.
Азат Бадранов әйтеүенсә, ил башлығы экологик закондарҙы боҙған һәм тирә-яҡ мөхиткә төкөрөп ҡараған бөтә предприятиелар етәкселәрен асыҡтан-асыҡ киҫәтә.
Былтыр «Таналыҡ»та тикшереү үтеп, ул тупраҡҡа 500 миллион һумлыҡ зыян килтерелеүен билдәләгән. Предприятиеға һәм етәкселәренә административ эш тә ҡуҙғатылған.
«Таналыҡ» ЯСЙ-һы Мәскәүҙә теркәлгән. Компанияның бенефициары – Владимир Хамуляк. Башҡортостандағы «Граф» һәм «Солтан» ЯСЙ-лары ла уныҡы. «Таналыҡ» ЯСЙ-һы 2019 йылда 76,6 млн һум килем алған, күргән зыяны – 7,4 млн һум.