+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Апрель 2021, 15:15

САНАВИАЦИЯ ҒҮМЕРҘӘРҘЕ ҠОТҠАРА

Мишкә дауаханаһына ҡоҫоп ауырып киткән бер кеше килтерелә. Ентекләп тикшергәндән һуң табиптар уға юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү кәрәклеген асыҡлай. Пациентты кисекмәҫтән Ғ. Ғ Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына алып барырға ҡарар ителә.

– Хирургик патологиялы пациенттарға ярҙам күрһәтеү буйынса раҫланған алгоритмға ярашлы, республикала медицина ярҙамын стандарттарға ярашлы оператив, кәрәкле кимәлдә күрһәтеү генә түгел, тиҙ арала республика дауалау учреждениеларына эвакуациялау мөмкинлеге лә бар, – ти дауахананың баш табибы вазифаһын башҡарыусы Валерий Гәрәев.
Тулыһынса йыһазландырылған вертолетта ауырыуҙы тиҙ арала тәғәйен дауаханаға алып барып еткерәләр һәм ул тейешле дауалау саралары ала.
Башҡортостанда санитар авиацияны үҫтереү «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә алып барыла.
Читайте нас: