+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Апрель 2021, 15:14

“БИБЛИОТӨН”ДӨ КҮҢЕЛЛЕ, ФӘҺЕМЛЕ ИТЕП ҮТКӘРГӘНДӘР

Нуриман районы китапханалары «Библиотөн-2021» Бөтә Рәсәй акцияһында әүҙем ҡатнашҡан. Уны «Китап — йондоҙҙарға илткән юл» тигән девиз аҫтында үткәргәндәр, йәғни Юрий Гагариндың йыһанға осоуының 60 йыллығы менән Фән һәм технологиялар йылына бағышлағандар.

17 йәшкә тиклемгеләргә саралар көндөҙ "Библиокөн" итеп үткәрелгән, ә 18 йәштән өлкәндәр кис "Библиотөн"гә йыйылған.
Сарала ҡатнашыусылар йыһан, Ҡояш системаһы тураһында бик күп яңы мәғлүмәттәр менән танышҡан, уйындарҙа ҡатнашҡан, йырлаған, шиғырҙар һөйләгән, һүрәт һәм ҡул эштәре конкурсында ҡатнашҡан, фотоға төшкән. Һуңынан күңелле итеп бергәләшеп сәй эскәндәр.

Сара тураһында Нуриман районы хакимиәте һөйләне.

Читайте нас: