+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Апрель 2021, 14:37

БАЙРАМДАРҘА ТАБИПҠА БАРЫРҒА ТУРА КИЛҺӘ

Байрам һәм ял көндәрендә поликлиникалар һәм дауаханалар нисек эшләйәсәк? Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матубғат хеҙмәте биргән мәғлүмәткә ярашлы, түбәндәгесә:

Байрам һәм ял көндәрендә поликлиникалар һәм дауаханалар нисек эшләйәсәк? Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матубғат хеҙмәте биргән мәғлүмәткә ярашлы, түбәндәгесә:

30 апрель – бер сәғәткә ҡыҫҡа эш көнө;
1 май – байрам көн, 08:00 – 17:00, саҡырыуҙар 16 сәғәткә тиклем ҡабул ителә (шул иҫәптән кисектергеһеҙ ярҙам да);
3 май – шәмбе графигы буйынса – 08:00 – 17:00 саҡырыуҙар 16 сәғәткә тиклем ҡабул ителә (шул иҫәптән кисектергеһеҙ ярҙам да);
4 – 7 май – эш көнө графигы буйынса;
8 май – шәмбе графигы буйынса – 08:00 – 17:00 саҡырыуҙар 16 сәғәткә тиклем ҡабул ителә (шул иҫәптән кисектергеһеҙ ярҙам да);
10 май – шәмбе графигы буйынса – 08:00 – 17:00 саҡырыуҙар 16 сәғәткә тиклем ҡабул ителә (шул иҫәптән кисектергеһеҙ ярҙам да);
12 май – 1 сәғәткә ҡыҫҡа эш көнө;
13 май – байрам көн, 08:00 – 17:00, саҡырыуҙар 16 сәғәткә тиклем ҡабул ителә (шул иҫәптән кисектергеһеҙ ярҙам да).
Дауаханаға план буйынса 1 – 10 майҙа ятырға тейешле пациенттар графикҡа ярашлы һалынасаҡ.

2, 9 майҙа коронавирустар вакцина һалыу пункттары эшләй.

“Сәләмәтлек поездары” ла үҙ маршруттарында эшен дауам итәсәк.

Фото: БР һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.

Читайте нас: