Ул, ҡулын ауырттырып, ете ай буйы рингҡа сыға алмаған һәм әле уның ярышҡа тәүләп барыуы.
Артур Собханҡолов 63 кг ауырлыҡ үлсәмендә алыша. Әлеге ярышта Венгрия, Шотландия һәм Бөйөк Британия спортсыларын еңгән. 28 апрелдәге финал ярышында Ҡаҙағстандан Ертуған Зәйнуллинов менән көс һынашҡан. Алыш һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, егеткә алтын миҙалға бер генә аҙым етмәгән.
Шулай итеп, тренер Мария Карабанова күнектергән боксер Артур Собханҡолов көмөш миҙал яулаған.
Был хаҡта БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итәләр.
Билдәле булыуынса, Башҡортостанда «Демография» милли проектының «Спорт – тормош нормаһы» төбәк проекты ғәмәлгә ашырыла. Уға ярашлы, физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүселәр һаны 2024 йылға Башҡортостанда йәшәгән бөтә халыҡтың 55 процентын тәшкил итергә тейеш. Ә 2030 йылға Рәсәйҙә даими күнегеүселәр һанын 70 процентҡа еткереү маҡсаты ҡуйылған.