+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Апрель 2021, 12:59

МАРАТ ХӨСНУЛЛИН ТӨБӘКТӘРҘЕ ҘУРАЙТЫРҒА ТЕЛӘЙ

РФ Хөкүмәте премьер-министрының урынбаҫары Марат Хөснуллин, илдә төбәктәр күп, уларҙы ҙурайтырға кәрәк, тип иҫәпләй. Үҙенең вазифаһы буйынса Хөкүмәттә төҙөлөш, юл төҙөлөшө, газ үткәреү өсөн яуап биргән юғары кимәлдәге чиновниктың бөтөнләй ят административ-территориаль үҙгәртеп-ҡороу менән шөғөлләнә башлауы, еңелсә әйткәндә, сәйер тойғолар уята. Һәр кем үҙ эше менән шөғөлләнһә, яҡшыраҡ булмаҫмы икән?

Был мәсьәлә хаҡында фекерҙәр беренсе тапҡыр ишетелмәй. Әгәр күптәнге һәм хәҙерге тарихты барлаһаҡ, Рәсәй тормошонда территориаль үҙгәртеп ҡороуҙар булып торған. Бер губернаны икенсеһенә ҡушҡандар, башҡаларын ваҡлағандар. Былары – иҡтисади ихтыяждан сығып эшләнгән аҙымдар. Һуңғы 15-20 йылда Рәсәйҙә, ошондай ҡушыуҙар һөҙөмтәһендә Пермь, Чита крайҙары һәм башҡа төбәктәр барлыҡҡа килде.
Үҙгәртеп ҡороуҙар, өлкәләрҙе өлкәләргә ҡушыу артабан да булыр, тип аңлағыҙ. Юғиһә, Рәсәйҙең үҙәгендә беҙҙең Бөрйән менән Белореттан бәләкәйерәк төбәктәр әле һаман да бар һәм уларҙы ҡушыуға ихтыяжды иҡтисади хәлдәре лә талап итә. Премьер-министр урынбаҫарының географик үҙгәртеп ҡороуҙар менән бәйле фекерҙәре ысынбарлыҡтан сығып әйтелгәндер, тип аңларға кәрәк. Юғиһә, ул һүҙен һөйләп бөтөүгә, Төмән өлкәһенә һыйынып ҡына урынлашҡан, ләкин иҡтисади йәһәттән ғәйәт ауыр хәлдәге Ҡурған өлкәһе социаль селтәрҙәрҙә, Мәскәүҙән ҡала, ҡаҙнаға иң күп аҡса биргән Төмән өлкәһенә ҡушылыу хаҡында бәхәстәрҙе асып та ебәрҙе.
Рәсәйҙәге административ үҙгәртеп ҡороуҙарҙың Дәүләт Думаһына көҙгө һайлауҙарҙан һуң башланыу ихтималлығы бармы? Әгәр ул өлкәләргә ҡағылһа, булыуы ихтимал. Ә инде милли республикаларға һәм төбәктәргә ҡағылышлы, Кремль бик һаҡ һәм уйлап эш итә. Шуға күрә нафталин еҫе килеп торған Иҙел-Урал йәки Урал республикаларын ойоштороу һымаҡ мәсьәләләрҙең күтәрелеүенә ышаныс юҡ. Әлбиттә, халыҡтың башын әйләндерергә теләгән тәжрибәһеҙ кандидаттар был хаҡта һөйләп аҙапланмаһа.
Читайте нас: