Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарында әлеге көндә 3,3 миллиард һумлыҡ 109 объект төҙөлә. Был төбәк райондары башлыҡтары, профиль министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре менән үткәрелгән бөгөнгө кәңәшмәлә БР Хөкүмәте беренсе вице-премьеры – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов шулай тигән.
Әлеге ваҡытҡа тамамланған объекттар һаны – 48, улар 578 миллион һумға төшкән. Йәнә 24 инвестицион проект (360 млн һум тирәһенә) планға ингән.
Рөстәм Моратов төньяҡ-көнсығыш райондарҙы үҫтереүҙең комплекслы, стратегик планын төҙөү кәрәклеген билдәләгән. Документта туризмды үҫтереү, ауыл хужалығы продукцияһы етештереү тармаҡтарына баҫым яһалған. Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам саралары ла ҡараласаҡ, тиелгән.
Төньяҡ-көнбайыш райондар (Асҡын, Балаҡатай, Дыуан, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Мәсетле, Нуриман, Салауат райондары) республика майҙанының 14,3 процентын биләй, уларҙа 170 мең кеше йәшәй. Төбәк иҡтисадына 3,5 мең бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты, йәғни Башҡортостан йүнселдәр берләшмәһенең 2,8 проценты, ҡарай.
Рөстәм Моратов үткәргән кәңәшмә тураһында Башҡортостан Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Фото: Башҡортостан Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы сайтынан.