-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Апрель 2021, 23:10

ПАРК УРАМЫ ЯҢЫРТЫЛА

Өфөнөң Парк урамына капиталь ремонт бара. Ул «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә үтә.

Өфөнөң Парк урамына капиталь ремонт бара. Ул «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә үтә.

Әле подряд ойошмаһы яңы тротуарҙар һала, ситтәренә таш теҙә. Белгестәр автомобилдәр йөрөй торған юлды һалҡын ресайклинг ысулы менән йүнәтә, йәғни, ойошманың баш инженеры Максим Ульянов аңлатыуынса, грунтты нығытыу өсөн иҫке асфальт-бетон япманы ваҡлап, бәйләүсе материалдар ҡушып һалалар. Уның аҫтына яңы ҡырсын таш, тотороҡландырғыс өҫтәмә, цемент түшәп ҡалдырыла. Нигеҙ ҡатламдарҙан һуң өҫтән ике ҡат асфальт-бетон йәйеләсәк.

Өҫкө ҡаттарҙы түшәгәндә Superpave күләмле проектлау ысулы менән эшләнгән махсус полотно ҡулланыла. Был технология транспорт хәрәкәте көсөргәнешлеген һәм төбәктең климат үҙенсәлектәрен иҫәпкә ала.

Бынан тыш, Парк урамында коммуникациялар, яҡтыртҡыстар яңыртыласаҡ, машина ҡуйыу урындары йыһазландырыласаҡ, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн өҫтәмә юл билдәләре ҡуйылып, юл япмаһына билгеләр төшөрөләсәк. Йыл аҙағына эште бөтөрөү планлаштырыла.

Читайте нас: