+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Апрель 2021, 14:17

ШЕШЛЕГЕГЕҘ ТӘМЛЕ БУЛҺЫН!

Ташҡын буйынса брифингта Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрының беренсе урынбаҫары Эдуард Идрисов шешлек бешергәндә янғын сығыу хәүефен кәметеү саралары тураһында һөйләгән. Был турала “Башинформ” хәбәр итә.

Мангалды йорт-ҡуранан кәм тигәндә 5 метрҙа, ҡатнаш урмандан 30 метрҙа, ылыҫлы урмандан 100 метрҙа ҡорорға мөмкин. Мангал тирәһендә ҡоро үлән, ҡоро япраҡ-маҙар булмаһын. Янып китеү ихтималлығына ут һүндереү кәрәк-ярағы, мәҫәлән, һыу эргәлә торһон.

«Янғынға юл ҡуймау өсөн ағас күмере ҡулланыу отошло, – тигән Эдуард Идрисов. – Тоҡандырыу өсөн махсус шыйыҡса ҡулланабыҙ, тик күп һипмәҫкә, ул ҡоро үләнгә төшөп яндырып ебәрмәһен. Шыйыҡсаны ут янып торғанда ҡулланыу тыйыла».

Шешлек ҡурып бөткәс, күмерҙе мул ғына итеп һыу һибеп һүндереү мотлаҡ. Ут хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәү талап ителә.

Ялдарығыҙ күңелле, имен-аман үтһен, шешлектәрегеҙ тәмле булһын!

Читайте нас: