Радикты коронавирус менән көрәшкәндә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн бүләкләнеләр. Ул өйҙә дауаланып ятҡан ауырыуҙарға дарыуҙар, аҙыҡ-түлек ташыған. Әсфәндиәров Шишмә районында “Башкирэнерго”ның предприятиеһында диспетчер булып эшләгән, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Йәш гвардия” бүлексәһендә ағза булған. Тик үҙе лә коронавирус эләктергән һәм өҙлөгөүҙән 17 мартта вафат булған. Ирҙең ике балаһы етем ҡалған.
Ҡаһармандың наградаһын кисә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин уның ҡатыны Любовь Әсфәндиәроваға тапшырҙы һәм республика етәкселеге исеменән ғаиләһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.