+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Апрель 2021, 12:57

УРМАНДА ЛА, УРАМДА ЛА ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ

Кисә Кузнецов затоны биҫтәһендә Мәғариф урамындағы 9-сы йорт ҡаршыһында бер бала ҡоҙоҡҡа төшөп китә. Ваҡиға видеокүҙәтеү камераһына эләгә.

Кисә Кузнецов затоны биҫтәһендә Мәғариф урамындағы 9-сы йорт ҡаршыһында бер бала ҡоҙоҡҡа төшөп китә. Ваҡиға видеокүҙәтеү камераһына эләгә.
Бала-саға юл ситендәге бордюр буйлап йөрөргә ярата бит. Был ҡыҙсыҡ та күңелле генә итеп бордюр буйлап барғанда ҡоҙоҡ ҡапҡасына баҫа ла төшә лә китә. Ярай үтеп барған йәштәр һәм баланың әсәһе ярҙамға ташлана һәм ҡыҙҙы һөйрәп сығара, ярай ҡоҙоҡ тәрән булмай.
Был хаҡта «Башинформ» яҙа. Агентлыҡ Ҡаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығы матбуғат хеҙмәтенән ваҡиғаға аңлатма һорай. Идаралыҡтан был турала уларға хәбәр килмәүе хаҡында белдерәләр, моғайын, ҡыҙҙың әсәһе тейешле хеҙмәттәргә лә, дауаханаға ла мөрәжәғәт итмәгәндер, тиҙәр.
Бындай осраҡтар ҡалала булып тора. 2 мартта Ҡасимов урамында ҡыҙ бала 6 метрлыҡ ҡоҙоҡҡа төшөп киткәнеуны ҡотҡарыусылар сығарған. Өфө инженер селтәрҙәре ҡарамағында 4 меңдән ашыу люк тора.
Йәнә БСТ-ла БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының бүлек начальнигы урынбаҫары Глеб Егоров ҡырағай хайуандарҙан һаҡ булырға кәрәклеген әйтте. Бигерәк тә мышылар һәм айыуҙар хәүеф тыуҙыра. Мышылар юл ҡазаһына сәбәпсе булырға мөмкин. Йәнә урманға сыҡҡан кешеләр эргәһенә айыу килеп сығыуы бар. Ҡырағай хайуандарҙы һыйпарға, ашатырға, эргәһенә яҡынлашырға ярамай, тип иҫкәртә белгес. Ауылға килгәндәренә лә аҙыҡ бирергә ярамай, сөнки ашатҡан ергә тиҙ иләшәләр.
Видеояҙма – социаль селтәрҙәрҙән.
Читайте нас: